4 декабрь, Йәкшәмбе

13 май 2010 йыл, 12:16

Өфөлә Карьера көнө-2010 үтәсәк

автор: Любовь Колоколова

20 майҙа Эшҡыуарлыҡ аҙналығы сиктәрендә, Рәсәй эшҡыуарлығы көнөн байрам итеүгә арнап, Карьера көнө үткәрелә. Был сараны «Рәсәй терәге» Дөйөм Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Өфөләге АНКОР кадрҙар холдингы  һәм ӨДАТУ-ның Иҡтисад һәм идара итеү институты ойоштора.

Карьера көнөнөң генераль партнеры – «ВымпелКом» асыҡ акционерҙар йәмғиәте. Карьера көнөн әҙерләүҙә SIFE һәм AIESEC студенттар ойошмалары ҡатнаша.

Төп ваҡиғаларҙың береһе булып алдынғы халыҡ-ара, Рәсәй һәм локаль компанияларҙың вакансиялар йәрминкәһе торасаҡ. Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарының сығарылыш курстары студенттары компаниялар вакансиялары менән таныша, эш биреүселәрҙең талаптары хаҡында белә аласаҡ. Өсөнсө-дүртенсе курстар студенттарына, мәҫәлән, «ВымпелКом» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Philip Morris, «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы», «Салауатнефтеоргсинтез», «ӨМЭПБ», «ОЗНА» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, «Химреактивснаб», МТТ алыҫ элемтә операторы, «Уралсиб» банкы, Альфа-банк, «Европлан» лизинг компанияһы, «Ренессанс Страхование» кеүек билдәле компанияларҙа стажировкалар үтеү мөмкинлектәре тураһында һөйләйәсәктәр.

Шулай уҡ ҡайһы бер презентациялар ҙа үткәреләсәк. Мәҫәлән, «ВымпелКом» компанияһы — вәкилдәре төбәктәге яңы проекттар, «Рәсәй терәге» Башҡортостан төбәк бүлексәһе республиканың йәш эшҡыуарҙарына ярҙам дәүләт программаһы хаҡында һөйләйәсәк. АНКОР «Һеҙҙең файҙаға эшләгән резюме», «Эш биреүсе менән уңышлы интервью серҙәре» темаларына мастер-класс үткәрәсәк. Иң аҙаҡтан матбуғат конференцияһы үткәреләсәк.