7 декабрь, Шаршамбы

13 май 2010 йыл, 11:47

Истанбулда Башҡортостан фәне һәм мәҙәниәте көндәре үтәсәк

автор: Алик Шакиров

Киләһе аҙнала, 20 — 23 майҙа, Төркиә Республикаһының Истанбул ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы фәне һәм мәҙәниәте көндәре үтәсәк. Сараны Республика хөкүмәте, БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы (әлеге ваҡытта министрлыҡ үҙгәртеп ҡоролоу өҫтөндә) ойоштора. БР Фәне һәм мәҙәниәте көндәре программаһы ярайһы бай. БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был сара сиктәрендә Истанбулда Мехмед  Акиф Эрсой паркында йолаға әйләнгән башҡорт һабантуйы үткәреләсәк.

Көндәрҙең бар саралары ла тиерлек күренекле ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 120 йыл билдәһе аҫтында үтәсәк. Яҡташыбыҙҙы Төркиәлә, атап әйткәндә, Истанбулда, яҡшы беләләр һәм хөрмәт итәләр. Бында, Истанбул университетында, профессор Вәлиди Туған оҙаҡ ваҡыт эшләгән, үҙенең кафедраһын булдырған, үҙенең ғилми хеҙмәттәре арҡаһында донъяла иң билдәле төркиәтсе дәрәжәһенә өлгәшкән. Әхмәтзәки Вәлидиҙең 120 йыллығына арналған "Европа халыҡтары тарихы һәм мәҙәниәте: үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге" халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы ла шуға тап ошонда, Истанбул университетында, үтәсәк. БР Фәндәр академияһы, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, төрки мәҙәниәте һәм сәнғәтенең берлектәге үҫеше буйынса "ТӨРКСОЙ" халыҡ-ара ойошмаһы,   БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы уның ойоштороусылары булып сығыш яһай.  Конференцияла Башҡортостан менән Төркиәнең билдәле ғалимдары ҡатнашасаҡ. Пленар өлөшөнән тыш, конференцияла секция ултырыштарын үткәреү ҙә ҡаралған.

Конференция алдынан Башҡорт дәүләт университеты менән Истанбул университетының хеҙмәттәшлеге тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырыла. Ошонда уҡ, Истанбул университеты фойеһында, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы һәм БР Милли китапханаһы Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың 120 йыллығына арналған күргәҙмә ойоштора.  

"Решад Нури сәхнәсе" бинаһында М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Истанбул халҡы өсөн Нәжиб Асанбаевтың “Әхмәтзәки Вәлиди” спектаклен күрһәтәсәк.

Һабантуй ваҡытында  Мехмед  Акиф Эрсой паркында Башҡортостан тураһында фотокүргәҙмә эшләйәсәк, байрам ҙур концерт һәм уйын программалары менән оҙатылып барасаҡ.