10 декабрь, Шәмбе

13 май 2010 йыл, 11:42

Стәрлетамаҡта I Педагогик вуздар спартакиадаһы башланды

автор: Әнисә Абдуллина

Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында БР Хөкүмәте кубогына Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына һәм Республика йылына арналған педагогик вуздарҙың I Спартакиадаһы асылды. Тантанала Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Вахит Әбдрәхимов, БР Хөкүмәте Аппаратының мәғариф һәм фән бүлеге мөдире Альберт Ҡорманов, БР йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин, республиканың педагогик юғары уҡыу йорттары ректорҙары ҡатнашты.

Спартакиадала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Вахит Әбдрәхимов, республикабыҙ Президенты һәм Башҡортостан Хөкүмәте спортты үҫтереүгә, йәштәрҙең сәләмәтлеген нығытыуға һәм уларға ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүлә, тип билдәләне. Стәрлетамаҡ республика етәкселегенең тағы бер яҡшы башланғысын тормошҡа ашыра. Спартакиада традицияға әйләнергә, ә унда ҡатнашыусылар һаны артырға тейеш.

Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ  педакадемияһында спортсылар күп. Улар араһында Рәсәй һәм халыҡ-ара спорт ярыштарында ҡатнашыусылар һәм призерҙар ҙа бар. Ҡала башлығы фекеренсә, улар физкультура академияһы студенттары менән уңышлы ярыша башланы, сөнки ректорат һәр студенттың потенциалын асыу өсөн шарттар булдырыуға ҙур иғтибар бүлә.

Спартакиадаға 15 спорт төрө буйынса ярыштар инә. Унда республика педагогия вуздарының 600-ҙән ашыу вәкиле ҡатнаша. Ул 14 майға тиклем дауам итә. Иң алда Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ  педакадемияһында ярыштар үтте, бөгөн спортсыларҙы Бөрө академияһы ҡабул итә, ә 14 майҙа спартакиадала ҡатнашыусылар Өфөгә бара.