10 декабрь, Шәмбе

13 май 2010 йыл, 11:14

Көҙгә панелдәрҙән аҙ ҡатлы йорттар етештереү юлға һалынасаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Австрияның «ЛБ Инжиниринг ГмбХ» компанияһы махсус рәүештә аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө өсөн йорттар етештереү, ташыу, монтажлау һәм биҙәү технологияһын эшкәртте. 2010 йылдың 12 майында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов һәм республика Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Австрия технологияһы буйынса аҙ ҡатлы йорттар өсөн стена панелдәре етештерәсәк «Үҙ йортом» компанияһының яңы технологияһын тапшырыуҙа ҡатнашты. Документҡа Австрия яғынан Йозеф Ласселсбергер әфәнде, Башҡортостан яғынан «Үҙ йортом» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Юрий Антонов ҡул ҡуйҙы. «Үҙ йортом» компанияһы былтыр октябрҙә «Аҙ ҡатлы йорттар сәнәғәт етештереүе» инвестицион проектын тормошҡа ашырыу өсөн төҙөлдө.

Башҡортостан Президенты австрия йорттарын һалыу технологияһы менән танышты. Мортаза Рәхимов тәүге йорттар ҡасан һалынасағы һәм улар нисек йылытыласағы менән танышты. Сит ил белгестәре, 4 айҙан был предприятиела тәүге йорт йыйыласаҡ, тип яуап бирҙе. Яңы технология буйынса төҙөлгән йорттар Урал һыуыҡтарына бирешмәйәсәк. Йорт конструкцияһының нигеҙе булып күбекле полиуретандан йылытҡыс менән ауыр ағастан эшләнгән стена панеле тора. Был панелдәрҙе файҙаланыу йортто еңел күсереүҙе, шулай уҡ юғары энергия һөҙөмтәлелеген тәьмин итә. Яңы конструкциялар махсус рәүештә республиканың климат шарттарын иҫәпкә алып эшләнгән. Был проект аналогтары Рәсәйҙә генә түгел, Европала ла юҡ.

Өфө предприятияһында сменаһына 4-5 йорт йыйыласаҡ. Бер йортҡа панелдәр әҙерләү 6-8 сәғәт ваҡытты ала. Хәҙер яҙма килешеүҙәргә ярашлы, Башҡортостанға технологик ҡорамалдарҙы ҡайтарыу башланасаҡ. Июнь-июлдә заводта уны монтажлау башланасаҡ.

Яңы панелдәрҙе сәнәғәт етештереүе 2010 йылдың сентябренә планлаштырылған. Белгестәр иҫәпләүенсә, производствоның проект ҡеүәте йылына уртаса 72 квадрат метрлыҡ дөйөм майҙан менән 1500 йорт тәшкил итәсәк. Талапҡа бәйле етештереүҙе йылына 4500 йортҡа тиклем арттырырға мөмкин. Проекттың дөйөм хаҡы яҡынса 1,2 миллиард һум тип баһалана. Перспективалы проекттың беренсе этабы 3 йылға иҫәпләнгән.

Яңы производство Lasselsberger Ceramics керамик плитка етештереү буйынса заводтың буш майҙандарында урынлаштырылды. Унда 200 самаһы яңы эш урыны булдырыласаҡ.

Компания идарасыһы Йозеф Ласселсбергер әфәнде проектты үҫтереүҙең перспективалы йүнәлештәре менән таныштырҙы.