4 декабрь, Йәкшәмбе

12 май 2010 йыл, 17:43

Башҡортостанда «Башҡорт милли кухняһы – республика байлығы» фестивале үтә

автор: Любовь Колоколова

III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты «Башҡорт милли кухняһы – республика байлығы» фестивален ойоштора.

Башҡортостандың бар район һәм ҡалаларында туҡланыу индустрияһы предприятиелары башҡорт кухняһы көндәре, аҙнаһы һәм декадаһын планлаштырған. Башланғыс һәм урта белем биреү учреждениелары, сәнәғәт предприятиелары ашханалары, киң ҡулланылыштағы селтәр объекттары башҡорт аш-һыуының һәм ризыҡтарының киң ассортиментын тәҡдим итәсәк. Халыҡ араһында сәк-сәк, ғөбәҙиә, ваҡ бәлеш, туҡмас, бауырһаҡ һәм башҡа продукция ҙур һорау менән файҙалана.  

Был фестиваль сиктәрендә республиканың ҡала һәм райондарында милли башҡорт аш-һыуы ҡуйылған күргәҙмәләр ойошторола, һәр төрлө конкурстар үткәреләсәк. Ауырғазы районында, мәҫәлән, балалар һүрәттәренә “Ғаиләбеҙ традициялары” конкурсы ойошторола, ә хужабикәләр конкурсында урындағы ҡатын-ҡыҙҙар кулинар оҫталығын күрһәтәсәк.  

БР Дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сауҙа, йәмәғәт туҡланыу һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү предприятиелары витриналары һәм фасадтарын биҙәүҙә  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми раҫланған эмблемаһын, эске һәм тышҡы тематик рекламаны ҡулланырға тәҡдим ителгән.