10 декабрь, Шәмбе

12 май 2010 йыл, 16:02

Бөтә шәхси ер участкалары законлылыҡҡа тикшерелде

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

2009 йылда Өфөнөң Муниципаль милеккә идара итеү комитетының ергә контроль бүлеге 565 ер участкаһын тикшерҙе. 289 ер закондарын боҙоу асыҡланды, улар буйынса төҙөлгән акттар ғәйеплеләрҙе административ яуаплылыҡҡа тарттырыу өсөн “Роснедвижимость”тың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының 15-се бүлегенә ебәрелде. Был турала бөгөн үткәрелгән матбуғат конференцияһында Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары, Муниципаль милеккә идара итеү комитеты рәйесе Рәмил Дилмөхәмәтов хәбәр итте.

Уның әйтеүенсә, ер участкаларының фактик хәлен тикшереү акттары баһалау һәм артабан сара күреү өсөн Прокуратураға ебәрелә. 2009 йылда ошондай 1998 акт төҙөлдө, быйыл беренсе кварталда – 529.

— Үҙ белдеге менән төҙөүҙәрҙе асыҡлау буйынса эш әүҙем алып барыла, — тине Рәмил Хөрмәт улы. –2009 йылда Муниципаль милеккә идара итеү комитетының ергә контроль бүлеге материалдары буйынса рөхсәтһеҙ төҙөлөш алып барғандары өсөн 38 мең һумға штраф һалынды. Быйыл тәүге өс айҙа был күрһәткес күп тапҡырға артты һәм 500 мең һум тәшкил итте.    

Шулай уҡ юридик һәм физик шәхестәрҙең мөрәжәғәттәре һәм ялыуҙары буйынса урынға барып пландан тыш тикшереүҙәр үткәрелде. Былтыр ғына 203 ялыу һәм 436 мөрәжәғәт ҡаралды.

— Беҙҙең эш Муниципаль милеккә идара итеү комитетының физик шәхесте яуаплылыҡҡа тарттыра алмауы менән ҡыйынлаша. Ҡайһы бер хоҡуҡи мәсьәләләрҙе үҙ аллы хәл итеү хоҡуғы алыу өсөн беҙ закондарға үҙгәрештәр тәҡдим итәбеҙ. Әле үк был йүнәлештә башҡа структуралар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ, — ти Рәмил Дилмөхәмәтов.