11 декабрь, Йәкшәмбе

12 май 2010 йыл, 16:02

Сергей Ефремов вафат булды…

автор: Любовь Колоколова

2010 йылдың 12 майында Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе, БР-ҙың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе Сергей Ефремов вафат булды.

Сергей Петрович Ефремов 1958 йылдың 31 ғинуарында Стәрлетамаҡта тыуған. Хеҙмәт биографияһын 1980 йылда Ленин исемендәге Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводының механика цехында мастер вазифаһында башлаған.  13 йылдан һуң ул «Инмаш» концернының генераль директоры, биш йылдан – Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республиканың сәнәғәт министры. Артабан металлургия тармағында юғары вазифаларҙа эшләй.

2008 йылдан алып Сергей Ефремов БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһына етәкселек итә. Ул яҡшы етәксе, аҡыллы, ғәҙел һәм намыҫлы кеше ине.

Уның хаҡында яҡты хәтирәләр генә ҡалды.

темалар: хәтер