Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә төҙөлөш тармағы өсөн инновациялар тәҡдим иттеләр

Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығында Рәсәй баҙарында төҙөлөш тармағы өсөн BASF концерны тәҡдим иткән инновацион материалдар һәм технологияларға арналған конференция үтте.  

Концерндың Рәсәй бүлексәһе белгестәре сарала ҡатнашыусылар иғтибарына Башҡортостандың сәнәғәт предприятиелары һәм ҡала хужалығы объекттарын төҙөү һәм файҙаланыу өсөн компания продукттарын һәм хәл итеү юлдарын тәҡдим итте.

Сығышында БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллиндың билдәләүенсә, производство сифатын һәм энергоһөҙөмтәлелекте күтәреүҙә химия сәнәғәте мөһим роль уйнай.  Шуға күрә республиканың ғәмәлдәге төҙөлөш тармағы предприятиелары менән берлектәге эш энергияны файҙаланыу һәм сығымдарҙы кәметеүгә булышлыҡ итәсәк.

Үҙенең сиратында Рәсәйҙәге һәм БДБ-лағы BASF вәкиллеге башлығы Сергей Андреев әйтеүенсә, Башҡортостан Республикаһының ҡеүәтле төҙөлөш комплексы бар. Әүҙем темпта торлаҡ төҙөлә, яңы производство объекттары сафҡа индерелә.

— Төҙөлөш тармағы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн инновацион продукттар тәҡдим итеүсе булараҡ, энергоһөҙөмтәлелеккә, файҙаланыуҙа сығымдарҙы кәметеүгә, торлаҡ биналар һәм инфраструктура объекттары уңайлылығына һәм оҙайлы файҙаланыу мөмкинлегенә  беҙ етди иғтибар бирәбеҙ, — тип белдерҙе Сергей Андреев. — Бындай шарттарҙа беҙ Башҡортостан менән ике яҡлы файҙалы хеҙмәттәшлек итеү өсөн ҙур потенциал барлығын күрәбеҙ.  

«Башинформ» агентлығына БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конференция программаһы ике көнгә иҫәпләнгән. Иртәгә республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары етәкселәре һәм идара итеүсе компаниялар өсөн семинар ойоштороласаҡ. Уның сиктәрендә, теоретик өлөшөнән тыш, заманса ҡорамалдар ярҙамында полиуретандарҙы ғәмәлдә ҡулланыу мөмкинлеге күрһәтеләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть