Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

18 майҙа Археология һәм этнография музейында – Асыҡ ишектәр көнө

Йәмғиәт

Йыл һайын 18 майҙа бар донъяла 1977 йылда Халыҡ-ара музейҙар советының Генераль конференцияһы ҡарары менән раҫланған Халыҡ-ара музейҙар көнө билдәләнә.  

Электән килгән йола буйынса Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Этнологик тикшереүҙәр институтының Археология һәм этнография музейы 18 майҙы Асыҡ ишектәр көнө тип иғлан итә һәм өфөлөләрҙе, республиканың баш ҡалаһы ҡунаҡтарын «Көньяҡ Урал археологияһы», «Башҡорт мәҙәниәте донъяһы», «Башҡортостан халыҡтары», «Сарматтар алтыны» экспозиция залдарында урынлаштырылған уникаль коллекциялар  менән танышырға саҡыра.

Ваҡытлы күргәҙмәләр залында Археология һәм этнография музейына нигеҙ һалыусы — билдәле ғалим, Рәсәй фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Раил Ғүмәр улы Кузеевҡа арналған экспозиция асылған.

18 майҙа музей иртәнге 10-дан 17 сәғәткә тиклем эшләй. Инеү ирекле.

Теги: музейҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть