5 декабрь, Дүшәмбе

12 май 2010 йыл, 15:06

Үҙән ауылында фронтовик-яҡташтарына мемориаль комплекс асылды

автор: Марина Шумилова

Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеү сиктәрендә Белорет районының Үҙән ауылында Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында ҡатнашҡан яҡташтарына арналған мемориаль комплекс асылды.

Фронтҡа Үҙәндән 1065 кеше китә, уларҙың исемдәре – мемориаль комплекстың мәрмәр плиталарында. Әлеге көнгә уларҙың ни бары өсәүе генә етте — Петр Сысоев, Николай Барменков һәм Петр Захаров. Тағы бер һуғышта ҡатнашыусы — Николай Копытов 1 майҙа вафат булып ҡалды, Еңеүҙең 65 йыллыҡ юбилейына 8 көн генә йәшәп өлгөрмәне.

Комплексты асыу тантанаһында Белорет районы хакимиәте башлығы Николай Максимов ауыл халҡына – Силәбе өлкәһенең Закондар сығарыу Йыйылышы депутаты, «Южуралавтобан» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Алексей Гущинға, «Энергогарант» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Магнитогорск вәкиллеге директоры Сергей Мальцевҡа, «Магнитстрой» йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе Олег Лакницкийға, шулай уҡ «Магнитстрой» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең башҡарыусы директоры Дмитрий Мельниковҡа рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе, улар үҙҙәренең бәләкәй тыуған илендә мемориаль комплекс төҙөү инициаторҙары булып сығыш яһаны һәм был инициативаны тормошҡа ашырыуҙа финанс ярҙамы күрһәтте.

— Һеҙ изге һәм сиктән тыш социаль мөһим эш башҡарҙығыҙ – Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында алышҡан яҡташтарығыҙҙың һәр береһен исемләп атап сығып, мемориаль комплекс төҙөнөгөҙ, — тип билдәләне Николай Максимов. — Хәтер исемһеҙ булмай. Һәр геройҙың үҙ исеме бар, һәм һеҙ был исемдәрҙе ауылдаштарығыҙ һәм киләһе быуындар өсөн мәңгеләштерҙегеҙ. Ата-олатайҙарының данлы традицияларын тап уларға дауам итергә.

Изге традиция буйынса обелиск тирәләй Геройҙар аллеяһы һалынасаҡ — тәүге ағастарҙы бында уны асыу тантанаһында ҡатнашыусылар ултыртты.

темалар: хәтер