8 декабрь, Кесе йома

12 май 2010 йыл, 14:59

Ағиҙелдә VI «Мәскәү-Ағиҙел транзит-2010» бөтә Рәсәй конкурсы үтәсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

13 — 16 майҙа Ағиҙел ҡалаһында «Роза ветров» халыҡ-ара конкурсының төбәк һайлап алыу этаптарының береһе — Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған VI «Мәскәү-Ағиҙел транзит-2010» бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсы үтәсәк. Ярыштарҙа хореографик коллективтар, классик һәм эстрада йырҙарын башҡарыусылар (яңғыҙ башҡарыусылар, ансамблдәр, хор, инструменталистар (оркестрҙар, ансамблдәр) ҡатнаша ала. Конкурсанттар йәше 19-ҙан үтергә тейеш түгел.

«Башинформ» агентлығына Ағиҙелдәге конкурсты ойоштороу комитеты вәкилдәренең хәбәр итеүенсә, бөгөнгө көндә һайлап алыу турында ҡатнашыуға 700 самаһы кеше —Ырымбур, Томск, Силәбе өлкәләренән, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларынан йәш таланттар ғариза биргән.

Ҡатнашыусыларҙы баһалау “Иҙел” Ҡала мәҙәниәт йортонда үтәсәк.

Өҫтәп үтәйек, «Роза ветров» халыҡ-ара конкурсының бөтә Рәсәй һайлап алыу этабы Ағиҙелдә алтынсы тапҡыр үткәрелә. Уҙған биш йылда унда ике меңдән ашыу һәләтле бала һәм үҫмер көсөн һынап ҡараған.

Башҡортостан коллективтары бер нисә тапҡыр һайлап алыу туры еңеүселәре булған, Мәскәүҙә конкурс финалында ҡатнашҡан, Рәсәй делегацияһы составында Төркиәгә һәм Грецияға барған.

темалар: конкурстар