10 декабрь, Шәмбе

12 май 2010 йыл, 12:27

Хәрби комиссариаттың ҡабул итеү бүлмәһендә бөтә һорауҙарға яуап бирәләр

автор: Ирек Мөхәмәҙиев

Хәрби хеҙмәткә саҡырыу һәр йәш кешенең тормошонда мөһим ваҡиғаларҙың береһе һәм ул, билдәле, күп һорауҙар тыуҙыра, ә уларға квалификациялы яуаптарҙы Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариатының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә алырға мөмкин.

Ҡабул итеү бүлмәһе мөдире Зифа Мәғәфүрова, саҡырыу кампанияһы башланыу менән уға көн һайын саҡырыу һәм хәрби хеҙмәтте үтеү мәсьәләләре буйынса бер нисә тиҫтә кеше мөрәжәғәт итә, ти. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, хәрби хеҙмәт нескәлектәре менән буласаҡ һалдаттарҙан бигерәк уларҙың ата-әсәләре ҡыҙыҡһына.

Телефон бында һары таңдан алып ҡара кискә тиклем өҙлөкһөҙ тиерлек шылтырай. Башҡортостан ҡалаларынан һәм райондарынан һалдаттарҙың республика йыйылма пунктына килә алмаған ата-әсәләре мөрәжәғәт итә, улар улдарының ниндәй ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итәсәге хаҡында ентекле мәғлүмәт алырға, уларҙың ҡайҙалығын һәм адрестарын белергә теләй.

Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариатының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан: Өфө, Революцион урамы, 156, "Владивосток урамы" транспорт туҡталышы. Телефон — (347)228-02-92. Хәрби хеҙмәткә саҡырыу осоронда граждандар көн һайын сәғәт 9-ҙан 19 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.