11 декабрь, Йәкшәмбе

12 май 2010 йыл, 11:58

Сибайҙа йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм өлкәһендәге мәсьәләләр тикшереләсәк

автор: Дмитрий Слезин

13 — 14 майҙа Сибай ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы коллегияһының күсмә ултырышы үтәсәк. Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ултырышта күп мәсьәләләр ҡараласаҡ.

Улар араһында — туризм өлкәһендә өҫтөнлөклө бурыстар, яраҡлы физик культураны һәм спорт-масса эшен үҫтереү буйынса саралар, республика ҡалаларында һәм райондарында спорттың төп төрҙәрен ойоштороу, спорт резервын әҙерләү, йәштәр волонтер хәрәкәтен үҫтереү, 2010 йылда балаларҙың, үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең йәйге ялын һәм сәләмәтләндереүҙе ойоштороу буйынса өҫтөнлөклө бурыстар, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған йәш ғаиләләргә ярҙам.

Сара сиктәрендә йәштәр сәйәсәте, физик культура, спорт һәм туризм өлкәһендә иң яҡшы белгестәрҙе хөрмәтләү, шулай уҡ республика конкурстарына йомғаҡ яһау үткәреләсәк.

14 майҙа йәштәр эштәре буйынса органдар етәкселәре һәм Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре хакимиәттәренең физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеттары рәйестәре менән республика семинар-кәңәшмәһе үтәсәк.

темалар: коллегиялар