5 декабрь, Дүшәмбе

12 май 2010 йыл, 11:27

«Балалар, йәштәр һәм милли матбуғат ун көнлөгө» башлана

автор: Любовь Колоколова

13 майҙа Башҡортостанда «Балалар, йәштәр һәм милли матбуғат ун көнлөгө» башлана. Уны БР Федераль почта элемтәһе идаралығы – “Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы менән бергә БР ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ үткәрә.

13 майҙан 23-өнә тиклем Башҡортостан Хөкүмәтенең быйыл 5 майҙағы «2010 йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙы ойоштороу тураһында» ҡарары менән каталогта раҫланған хаҡтың 90 проценты күләмендә льготалы яҙҙырыу ҡарала.

Шуны ла әйтергә кәрәк, республика гәзиттәре һәм журналдары мөхәрририәттәре алдына төбәк йәштәрен милли телдәрҙәге ваҡытлы баҫмалар менән тәьмин итеү бурысы ҡуйыла. Белгестәр фекеренсә, ваҡытлы баҫманы уҡыуға ынтылыш бала саҡтан һалынырға тейеш, шул саҡта гәзит-жәрналдарға яҙылыу менән проблемалар аҙыраҡ буласаҡ.