10 декабрь, Шәмбе

12 май 2010 йыл, 11:01

Астрахань өлкәһендә Рәсәй үҫемлекселек белгестәренең проблемаларын тикшерәләр

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөгөн Астрахань өлкәһендә Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының күсмә кәңәшмәһе үткәрелә. Унда Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы етәкселеге, төбәктәрҙең агросәнәғәт комплексы идаралығы органдары етәкселәре, Рәсәй ауыл хужалығы академияһы вәкилдәре ҡатнаша. Башҡортостандан үҫемлекселек форумында БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко ҡатнаша.

Белгестәр Рәсәй Федерацияһында йәшелсәселекте һәм баҡсасылыҡты үҫтереү проблемаларын тикшерәсәк. Кәңәшмә программаһында «Скандинав» крәҫтиән (фермер) хужалығына барыу ҙа ҡаралған.