Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93

EUR 68.66

24 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Бәләкәй бизнес өсөн кадрҙар проблемаһын тикшерәсәктәр

Иҡтисад

20 майҙа Өфөлә «Бәләкәй бизнес өсөн кадрҙар» IV йыллыҡ ғилми-ғәмәли конференция үткәрелә. Сара «Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округында 2010 йылға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты яҡлау программаһы»на ярашлы үткәрелә. Конференцияла теләүселәрҙең барыһы ла ҡатнаша ала.

Конференцияны Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте ярҙамында Өфөнөң Эшҡыуарҙар союзы һәм «Альянс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойоштора.

Конференцияның маҡсаты — персонал һайлап алыу һәм уны һаҡлау процесында килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашыу.

Түбәндәге темаларҙы тикшереү планлаштырыла: «Компанияла хеҙмәт эшмәкәрлеген нигеҙләүҙе үҫтереү», «Корпоратив мәҙәнилекте үҫтереү һәм команда ойоштороу», «Эске корпоратив конфликттарҙы иҫкәртеү һәм хәл итеү. Стресс-менеджмент», «Кадрҙар бүлеген хоҡуҡи яҡлау, процедуралар, положениелар әҙерләүҙә ярҙам», «Персонал һайлап алыу ысулдары һәм яңы урында яраҡлашыу».

Конференция сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр ҙә үткәреләсәк: «Персонал иҫәбен оптималләштереү һәм уларға сығымдарҙы кәметеү», «Бәләкәй бизнес өсөн һөҙөмтәле персонал: һайлап алыу, әҙерләү мәсьәләләре һәм корпоратив конфликттарҙы хәл итеү», «Эш менән тәьмин итеү проблемаһын хәл итеү механизмы булараҡ бәләкәй эшҡыуарлыҡ».

Аҙаҡтан ғилми мәҡәләләр йыйынтығы баҫып сығарыласаҡ.

Сара Интернациональ урамы, 29 адресы буйынса Беренсе республика тренинг үҙәгендә үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть