5 декабрь, Дүшәмбе

12 май 2010 йыл, 9:52

Өфө эшҡыуарҙары өсөн майҙа өс бушлай консультация үтә

автор: Любовь Колоколова

Өфө эшҡыуарҙар берләшмәһе Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә май айында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса бушлай өс консультация үтәсәк.

12 майҙа «Бизнес-Партнер» компанияһы белгесе Эльвира Исхаҡова «Бизнес-план төҙөү» темаһына консультация үткәрә.

19 майҙа хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың иҡтисади мәнфәғәтен судта яҡлау тураһында Арбитраж суды судьяһы (отставкала) Игорь Данилов бәйән итә.

26 майҙа Өфө эшҡыуарҙар берләшмәһе директоры урынбаҫары Лариса Землянова «Бәләкәй һәм урта бизнесҡа дәүләттең финанс ярҙамы төрҙәре» темаһына консультация бирә.

241-47-44 телефоны аша алдан яҙылыу мотлаҡ, консултьтациялар 16-18 сәғәттәрҙә үтә. Офистың адресы: Өфө, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 48/1.