Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Кластер сәйәсәтен тормошҡа ашырыу саралары күрелә

Иҡтисад

Кластер башланғыстарын яҡлау биләмәләрҙең баланслы үҫеш сәйәсәтенең нигеҙе, милли һәм төбәк конкуренцияға һәләтлелеген күтәреү буйынса дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлештәренең береһе булып тора. Башҡортостанда энергомашиналар эшләү, урман сәнәғәте кластерҙары һәм туризмды индустриаль тәьмин итеү кластеры булдырыу буйынса башланғыстар әүҙем эшкәртелә. Әммә кластер сәйәсәте үткәреү ҡайһы бер етди проблемаларға һәм сикләүҙәргә осрай.

Шуның менән бәйле БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы (хәҙерге ваҡытта министрлыҡ ҡайтанан ойоштороу стадияһында: ул БР Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығына һәм БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетына бүленгән) коллегияһы «Башҡортостан Республикаһында кластер сәйәсәтен тормошҡа ашырыу» тураһында ҡарар ҡабул итте. Уға ярашлы энергомашиналар эшләү, урман сәнәғәте комплексы, туризмды индустриаль тәьмин итеү өлкәләрендә кластер башланғыстары булдырыу һәм күтәреү буйынса эшсе төркөмдәр, шулай уҡ Эксперт фәнни-техник советы ойошторолдо.

Коллегия ҡарарына БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры Юрий Пустовгаров ҡул ҡуйҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть