8 декабрь, Кесе йома

12 май 2010 йыл, 8:50

2010 йылда Башҡортостандағы иң яҡшы уҡытыусылар

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов “Йылдың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсы, “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы”, “Йылдың рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” һәм “Йылдың татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” республика конкурстары лауреаттарына БР Президенты премияларын биреү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

“Йылдың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурсында Стәрлетамаҡ районының Рощинский урта белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Г.Ф. Сәлимйәнова еңеп сыҡты. Республика Президенты премияһы шулай уҡ конкурс финалсылары: Ишембай ҡалаһының 14-се урта мәктәбе уҡытыусыһы В.Б. Әйүповаға, Сибай ҡалаһының “Ирәндек” лицейы уҡытыусыһы Г.Б. Игелековаға, Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡытыусыһы Ф.Х. Ҡарағоловаға, Йылайыр районының Яманһаҙ мәктәбе уҡытыусыһы З.Й. Ҡудашеваға бирелде.

“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2010” конкурсында Дыуан районы Вознесенка мәктәбенең география уҡытыусыһы О.Ф. Тряскина еңде. Саҡмағоштоң 2-се урта мәктәбенән технология уҡытыусыһы Р.Г. Әмирханов, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се  гимназияһының математика уҡытыусыһы С.А. Вәлиева, Өфө ҡалаһының 3-сө гимназияһынан математика уҡытыусыһы Е.Б. Фролова һәм Сибай ҡалаһы гимназияһынан инглиз теле уҡытыусыһы А.Р. Йосопова конкурс финалсылары булды.

“Йылдың рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2010” конкурсында Өфө ҡалаһының 105-се гимназияһы уҡытыусыһы В.В. Раевский беренсе урынды яуланы. Баҡалының 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Р.Ф. Әүисова, Өфө ҡалаһының 31-се урта мәктәбе уҡытыусыһы А.А. Павлова, Благовещен ҡалаһының 5-се урта мәктәбе уҡытыусыһы И.А. Фролова, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 28-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Н.А. Чераева ошо конкурстың финалсылары булды.

“Йылдың татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2010” конкурсында Өфө ҡалаһының 65-се татар гимназияһы уҡытыусыһы Л.У. Насирова – еңеүсе; Нефтекама ҡалаһының 12-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Р.М. Әхмәтова, Бишбүләктең 2-се урта мәктәбе уҡытыусыһы А.Р. Ахунова, Өфө ҡалаһының 84-се татар гимназияһы уҡытыусыһы Г.Ә. Гәрәева, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 5-се гимназияһы уҡытыусыһы Н.Ә. Мөҡимова финалсы булды.

*  *  *

Башҡортостан Республикаһы Президенты премияһы “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” һәм “Йылдың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурстары лауреаттарына юғары педагогик оҫталыҡтары, шәхесте бөтә яҡлап үҫтереү өсөн яҡшы шарттар булдырған, уҡытыу-тәрбиә процесына заманса белем биреү технологияларын индергән өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты Указына ярашлы бирелә. Конкурстарҙа еңеүселәргә – 50 мең һум, финалсыларға 30 мең һум күләмендә премия тапшырыла.