11 декабрь, Йәкшәмбе

11 май 2010 йыл, 17:30

Өфө торлаҡ төҙөлөшөндә коттедж ҡасабалары өлөшө артырға тейеш

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөнөң төҙөлөш компанияларынан эксперттар, киләсәктә сафҡа индереләсәк торлаҡтың дөйөм күләмендә аҙ ҡатлы төҙөлөш арта барасаҡ, тип раҫлай. «Күсемһеҙ милек индикаторҙары» аналитика үҙәгендә ошондай мәғлүмәттәр яңғыраны. Тикшеренеү һөҙөмтәләренә ҡарағанда, ҡала эксперттары, төҙөүселәр яғынан да, ҡала халҡы яғынан да ҡаланан ситтәге торлаҡ сегментына талап арта, тип күрһәтә. Һис шикһеҙ, быға Башҡортостан Президентының һәм БР Хөкүмәтенең эконом-класлы аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн әүҙем яҡлауы ла булышлыҡ итә.

Эксперттар фекеренсә, киләсәктә республикала ойошҡан коттедж ҡасабалары өлөшөнөң артыуын көтөргә кәрәк. Әммә 2010 йылда артыҡ үҙгәрештәр булмаҫ, моғайын. Белгестәр баһалауынса, торлаҡҡа хаҡтар 2011-2012 йылдарҙа ғына арта башлауы мөмкин, унда ла аҡрынлап ҡына – йылына 10-15 процент кимәлендә.

Тикшеренеүҙәр Өфөлә һәм Силәбелә үткәрелде. Унда бөтәһе 18 компаниянан эксперттар ҡатнашты, уларҙан һигеҙе Башҡортостанда күсемһеҙ милек баҙары буйынса риэлтор хеҙмәтләндереүе күрһәтеүгә махсуслаша.