6 декабрь, Шишәмбе

11 май 2010 йыл, 15:55

Май айында ветерандар Рус драма театрына бушлай йөрөй аласаҡ

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы хөрмәтенә Башҡортостан Республикаһының дәүләт академия рус драма театры социаль акция үткәрә.

Май айында һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, танытмаһын күрһәтеп, театрға бушлай йөрөй ала. Пенсионерҙарға ла ташлама яһала: улар 20 һумға билет һатып ала алалар, тип хәбәр иттеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтенән.

Етмәһә, ике билет һатып алғанда һәр тамашасыға бонуслы купон бирелә, уның буйынса икенсе спектаклгә ташлама менән билет һатып ала аласаҡ.

Бушлай бонуслы купондарҙы ҡала урамдарында ла таратырға планлаштырыла.

темалар: театрҙар