Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ижевскиҙа федераль һабантуй-2010 үтәсәк

Сәйәсәт

Удмуртияның баш ҡалаһы – быйыл 250 йыллығын билдәләүсе Ижевск федераль һабантуй-2010 үткәрәсәк.

Электрон киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Удмуртия тәүге тапҡыр Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән үҙ биләмәһендә был милли байрамды үткәреү хоҡуғы өсөн ярышты.

Һабантуй-2010-ға әҙерләнгәндә төп йүнәлештәрҙең береһе — ҡаланың ат сабыштары үтәсәк ипподромын ашығыс реконструкциялау. Яңыртылған ипподром Ижевскиҙың юбилейына яҡшы бүләк буласаҡ. Һабантуй-2010 ике көн буйына ҡаланың ике йәки өс майҙанында бер үк ваҡытта үтәсәк, тип планлаштырыла. Ҡағиҙә булараҡ, байрам ваҡытында 20-нән ашыу төрлө спорт һәм милли ярыштар үткәреләсәк. Федераль һабантуйҙа Рәсәйҙең 60 төбәгенән 1000-гә яҡын ҡунаҡ ҡатнашыуы көтөлә.

Теги: һабантуй
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть