Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Яҙғы культуралар сәсеү 50 процентҡа үтәлде

Иҡтисад

Республикала сәсеү кампанияһы тулы көскә бара. БР Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда яҙғы сәсеү 50 процентҡа үтәлде. Мәҫәлән, Саҡмағош районында яҙғы культураларҙы сәсеү тулыһынса тамамланды. Район аграрийҙары алдында шәкәр сөгөлдөрө һәм көнбағыш сәсеүҙе дауам итеү бурысы тора. Бөгөнгө көнгә улар буйынса күрһәткестәр 22 һәм 75 процентҡа тигеҙ.  

Шаран районында дөйөм майҙандың 73 процентына сәселгән. Шуның  93 проценты – бойҙай, арпа, һолоно индереп, иртә яҙғы культуралар. Шәкәр сөгөлдөрөнә бүленгән майҙандың 95 процентына сәселгән. Республиканың башҡа райондары араһында был иң юғары һөҙөмтә. Нуриман районында яҙғы культуралар планлаштырылған майҙандың яртыһынан ашыуына сәселгән. Май аҙағында  ҡарабойҙайҙы сәсә башлаясаҡтар. Нуриман районының ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Ғафуан Хәйруллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, бындай сроктар төнгө ҡырауҙар ихтималлығын иҫәпкә алып билдәләнә.

Көйөргәҙе районында ла сәсеү планының байтаҡ өлөшө үтәлгән, унда 30 мең гектарҙан ашыу майҙанға сәселгән. Яҙғы  культураларҙан тыш, райондың бөтә хужалыҡтары көнбағыштың – 63, шәкәр сөгөлдөрөнөң 76 процентын сәскән.

Бөгөн республиканың 16 районында шәкәр сөгөлдөрө сәсеү бара. Дәүләкән районы алдынғылыҡты биләй, унда сөгөлдөр плантацияларының 91 процентына сәселгән. Благовар сөгөлдөрсөләрендә һөҙөмтә насар түгел — 90%, Баҡалы районында – 80 процент.

Көнбағыш орлоҡтарын 27 район хужалыҡтары индерә. Шаран районынан тыш, был культура Стәрлетамаҡ (82%) һәм Мәләүез райондарында (75%) күберәк сәселгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть