Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Ксения Москвина Будапештҡа путевка алды

Йәмғиәт

Мәскәүҙә «Олимпия» спорткомплексында йөҙөү буйынса Рәсәй чемпионаты тамамланды, уның йомғаҡтары буйынса Бөтә Рәсәй йөҙөү федерацияһы президиумы һыу спорты төрҙәре буйынса 2010 йылғы Европа чемпионатында ҡатнашыу өсөн Рәсәй йыйылма командаһы составын раҫланы. Был турнир 4-15 августа Будапештта (Венгрия) үтәсәк.

Йыйылма командаға Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Ксения Москвина ла индерелде (уның эшләү дисциплиналары — арҡа, 50 һәм 100 метр).

Ямал-Ненец автономиялы округы командаһы өсөн сығыш яһаусы Ксения Мәскәүҙә, 50 метрлыҡ дистанцияла арҡала йөҙөп, төп ярышташы Анастасия Зуеванан ҡалышып, икенсе һөҙөмтә күрһәтте.

Будапештҡа Рәсәйҙән 43 спортсы — 26 ир-егет һәм 17 ҡыҙ китәсәк.

Теги: йөҙөү
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть