7 декабрь, Шаршамбы

11 май 2010 йыл, 13:37

13 майҙа һалым хәүефен үҙ аллы баһалау буйынса граждандарҙы ҡабул итеү ойошторола

автор: Евгений Рәхимҡолов

13 майҙа Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә һалым түләүселәр өсөн һалым хәүефен үҙ аллы баһалау мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итеү үткәрелә.  

Мөрәжәғәт итеүселәрҙе 16 — 18 сәғәттәрҙә Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль һалым хеҙмәте Идаралығының контроль бүлеге начальнигы Гөлдәр Хәмитова ҡабул итәсәк.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 100-сө йорт ("Үҙәк баҙар" транспорт туҡталышы). Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.

темалар: анонс