Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө үҫмерҙәре «Миңә ҡара» фестивалендә һәләттәрен күрһәтә ала

Йәмғиәт

23 майҙа Өфөлә Өфө хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты һәм ҡаланың «Индиго» психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге менән берлектә «Teen TV» (Санкт-Петербург) телеканалы ойошторған «Миңә ҡара» балалар һәләттәре фестивален киноға төшөрөү үткәрелә. Унда теләк буйынса 12-17 йәштәрҙәге яңғыҙ башҡарыусылар, шулай уҡ ижади коллективтар ҙа ҡатнаша ала. Һәләтле йәштәр бейеү, вокал, акробатика һәм башҡа төрлө жанрҙа сығыш яһау мөмкинлегенә эйә.  

Ойоштороусыларҙың хәбәр итеүенсә, фестиваль бөтә Рәсәй социаль проекты иҫәпләнә. Йәш быуын ижадына йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү, һәләтле йәштәрҙе асыҡлау һәм ярҙам итеү -  уның төп маҡсаты.

Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризаны 18 майға тиклем «Индиго» үҙәгенә тапшырырға кәрәк, уның адресы: Өфө, Шәфиев урамы, 12/2, тел. (347)223-44-49.

22 майҙа республиканың баш ҡалаһында һайлап алыу туры үтәсәк, унда баһалама ағзалары тәҡдим ителгәндәрҙән иң яҡшы 12 номерҙы һайлап аласаҡ, ә 23 майҙа финалға үткән конкурсанттар ҡатнашлығында гала-концертты кинотаҫмаға төшөрөү ойоштороласаҡ. Концерт яҙмаһы «Teen TV» телеканалында күрһәтеләсәк.  

Әйтергә кәрәк, өс еңеүсене ҡиммәтле бүләктәр көтә: беренсе урын өсөн – аҡсалата грант, икенсе урынға – видеокамера, өсөнсөгә – акустика системаһы.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәте  www.juniorufa.ru сайтынан һәм (347)223-44-49 телефоны аша алырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть