10 декабрь, Шәмбе

11 май 2010 йыл, 12:50

Өфө янғындары быйыл «рәхимлерәк»

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә янғын ваҡытында һәләк булыусылар иҫәбе быйыл 2009 йылға ҡарағанда һиҙелерлек кәмегән. Бөгөн ҡала хакимиәте башлығында үткән оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең дәүләт янғын күҙәтеү бүлеге начальнигы Фәрит Абдрахмановтың хәбәр итеүенсә, йыл башынан алып ҡала биләмәһендә утта 17 кеше һәләк булған. 2009 йылдағы ошондай уҡ арала бындай ҡорбандар иҫәбе 29 кеше тәшкил иткән.

Шул уҡ мәлдә янғындар иҫәбе бер ҙә кәмемәгән. Йыл башынан алып Өфө территорияһында 328 янғын теркәлгән. Сағыштырыу өсөн, уҙған йылда ошондай уҡ ваҡытта 292 янғын үткән.

«Алдынғылар» иҫәбендә янғындар буйынса һаман да Киров районы килә. Быйыл унда 61 янғын үткән. Уның территорияһында былтыр ҙа янғындар күп булған – 51. Янғындарҙың иң аҙы Дим районына тура килә – 20.