8 декабрь, Кесе йома

11 май 2010 йыл, 12:40

Мортаза Рәхимов Кемерово өлкәһе шахтаһындағы фажиғә айҡанлы ҡайғы уртаҡлашты

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Кемерово өлкәһе губернаторы Аман-гельды Тулеевҡа «Распадская» шахтаһындағы авария менән бәйле ҡайғы уртаҡлашып телеграмма ебәрҙе. Телеграммала шулай тиелә:

«Хөрмәтле Аман-гельды Молдағазиевич!

Бөтә Башҡортостан халҡы «Распадская» шахтаһындағы ауыр ҡорбандарға килтергән авария айҡанлы тәрән ҡайғыра.

Был фажиғә тураһындағы хәбәр йөрәктәребеҙҙә ауыр тойғо уятты. Был матәм көндәрендә беҙ һеҙҙең менән бергә ҡайғырабыҙ.

Ҡазаға тарыусыларҙың ғаиләләренең, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын ихлас күңелдән уртаҡлашабыҙ».