Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда «ҡырағай» полиовирусты индермәҫ өсөн саралар күрелә

Йәмғиәт

Тажикстан Республикаһында полиомиелит менән бәйле хәүефле хәлдәр арҡаһында “Өфө” халыҡ-ара аэропортында санитар-карантин контроль көсәйтелгән.

«Башинформ» агентлығына Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығындағы транспортта күҙәтеү һәм территорияны санитар һаҡлау бүлексәһе начальнигы Олег Мәүлетовтың хәбәр итеүенсә, «Өфө» аэропортында Тажикстандан килеүселәрҙе тикшереү өсөн санитар-карантин пункт ойошторолған. Экипаж ағзалары һәм пассажирҙар араһында температураһы булған ауырыуҙарҙы асыҡлау өсөн контактһыҙ термометр ҡулланыла. Балаларға – был республиканың 15 йәшкә тиклемге граждандарына махсус иғтибар бирелә. Уларға полиомиелитҡа ҡаршы бер тапҡыр һалыныусы вакцинация үткәрелә.  

— Бөгөнгө көндә Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының махсус ойошторолған бригадаһы менән Тажикстандан килгән өс рейс тикшерелгән, 14 балаға сәсәк һалынған. Ауырыуҙар теркәлмәне,  - тине Олег Михайлович.

Өҫтәп үтәйек, 2010 йылдың 29 апреленә ҡарата Тажикстан территорияһында 171 киҫкен һүлпән фалиж осрағы теркәлгән, шуларҙың 12-һе үлем менән тамамланған.  32 осраҡта «ҡырағай» полиовирус булыуы раҫланған.

Ошоноң менән бәйле Ҡулланыусылар хоҡутарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт сайтында Рәсәй баш санитар табибының Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүенең Рәсәй Федерацияһы субъекттары буйынса идаралыҡтары етәкселәренә адресланған тимер юл транспортында Тажикстан Республикаһынан кипкән емештәрҙе илгә индермәү тураһында рәсми хаты урынлаштырылды. Ошо уҡ хатта Тажикстандан «ҡырағай» полиовирусты индермәҫ өсөн кәңәштәр ҙә бирелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть