3 декабрь, Шәмбе

11 май 2010 йыл, 12:15

Башҡортостанда Польша мәҙәниәте көндәре үтә

автор: Сергей Захаров

Башҡортостанда Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре сиктәрендә 14 майҙан 17-һенә тиклем республикала күренекле поляк композиторы һәм музыкант Фредерик Шопендың тыуыуына 200 йыл тулыуға арналған Польша мәҙәниәте көндәре үтәсәк.  

Сараны ойоштороусылар — БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультеты, Башҡорт дәүләт университетының дөйөм һәм сағыштырма-тарихи тел ғилеме кафедраһы, Альберт Пенькевич исемендәге Милли поляк йәкшәмбе мәктәбе менән берлектә Башҡортостандың «Возрождение» Поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге.

Республика поляк мәҙәниәте үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, сараларҙа Олецко ҡалаһынан мэр Вацлав Ольшевски етәкселегендә Польша Республикаһының Варминск-Мазурск воеводалығы делегацияһы ҡатнашыуы көтөлә.

Польша мәҙәниәте көндәре программаһында поляк классик музыкаһы концерты; БР Поляк үҙәгенә һәм Пенькевич исемендәге Милли поляк йәкшәмбе мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, филология фәндәре докторы Юлия Чумакованың хәтер кисәһен үткәреү ҡаралған.

Өфө районының Октябрьский ауылында поляктарҙың тоҡомдары — Вольдзики ауылы халҡы менән «Поляк ғаиләһе: кисә, бөгөн, иртәгә» ижади осрашыуы һәм «Тере поляк фольклоры» күргәҙмәһен презентациялау планлаштырылған.

«Түңәрәк өҫтәл» артында фәнни даирәләр вәкилдәре «Рәсәйҙә поляк телен һәм Польшала рус телен уҡытыу аспекттары: тәжрибә, проблемалар, перспективалар»ын тикшерәсәк.