Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Хәтер» акцияһында Өфө ветерандары әүҙемлек күрһәтте

Сәйәсәт

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм уларға тиңләштерелгән кешеләр 8-9 майҙа Өфөлә барған “Хәтер” акцияһы мөмкинлектәренән 22 меңдән ашыу осраҡта файҙаланған.  Был турала бөгөн Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

Акцияла ветерандарға ташламалар тәҡдим иткән ҡаланың 592 сауҙа һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү предприятиеһы ҡатнашҡан. Павел Качкаев әйтеүенсә, һуғышта ҡатнашыусылар араһында эре сауҙа селтәрҙәре магазиндары ҙур һорау менән ҡулланған – уларҙа ветерандарға ташламалар биргән 14 мең осраҡ теркәлгән.  Көнкүреш хеҙмәтләндереү предприятиелары менән яҡынса өс мең самаһы тапҡыр ташламалар бирелгән, бәләкәй магазиндарҙа – алты мең тапҡыр.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть