Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75 ↑

EUR 63.66 ↓

27 май, Шәмбе

Уфа   °

«Салауатбыяла» конкурентының акцияларын һатып ала

Иҡтисад

Табаҡлы төҙөлөш һәм автомобиль быялаһы етештереүсе «Салауатбыяла» асыҡ акционерҙар йәмғиәте «Саратовстройстекло» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 100 процент акцияһын һатып алыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Килешеү суммаһы 40 миллион доллар тәшкил итә, акцияларҙың номиналь хаҡынан был дүрт тапҡырға ҡыйбатыраҡ. «Башинформ» агентлығына “Салауатбыяла» йәмғиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, аҡса 24 майҙа түләнергә тейеш. Бының өсөн предприятиеға 14 майға тиклем акцияларҙы һатып алыуға Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәттең ризалығын алырға кәрәк.

Бөгөнгө көндә Салауат предприятиеһы илебеҙҙә 18 процент самаһы табаҡлы флоат-быяла етештерә. Сауҙа килешеүенән һуң «Салауатбыяла» үҙенең позицияһын айырыуса нығытасаҡ һәм Рәсәй баҙарының өстән бер өлөшөн контролдә тотасаҡ.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть