9 декабрь, Йома

11 май 2010 йыл, 11:23

Өфөлә PUM эксперты менән эш осрашыуы үтә

автор: Любовь Колоколова

Өфө эшҡыуарҙар берләшмәһе бөгөн PUM эксперттары-консультанттары ойошмаһы вәкиле Хенк Тенбринке (Нидерландтар) менән эш осрашыуы үткәрә. Унда бизнестың төрлө өлкәһенән, эшҡыуарлыҡтың йәмәғәт ойошмаларынан вәкилдәр ҡатнаша.  Йыйылышта ҡатнашыусыларға тәбрикләү һүҙе менән Өфө эшҡыуарҙар берләшмәһе рәйесе Ольга Одинокова мөрәжәғәт итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, PUM  - ул баҙар иҡтисады формалашып килгән илдәрҙең эшҡыуарҙарына ярҙам күрһәтеүгә тәжрибәле менеджерҙар һәм эксперттар йүнәлтеүсе ойошма. Был ойошма эксперттары үҙенең профессиональ өлкәһендә киң мәғлүмәтле һәм бизнеста бай тәжрибә туплаған кешеләр, һәм шуға күрә төрлө һорауҙар буйынса кәңәштәре менән ярҙам итә ала.

PUM-дың мәғлүмәт базаһында 4 000 самаһы эксперт иҫәпләнә, улар араһында сәнәғәт, ауыл хужалығы, сауҙа, маркетинг һәм менеджменттың һәр өлкәһенән белгестәр бар. Был иң тәүҙә юғары звено етәкселеге, директорҙар һәм компаниялар хужалары. Улар үҙ аллы һәм эштәрен эскерһеҙ башҡара, йәғни хеҙмәттәре өсөн бер ниндәй ҙә финанс бүләкләү алмай.  

Беҙҙең төбәктә PUM эксперттары менән төрлө тәҡдимдәр индерелгән, атап әйткәндә, супермаркеттың сауҙа залын ойоштороуҙы яҡшыртыу, ҡунаҡхана өлкәһендә уҡытыу һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш булдырыу, һөт заводы продукцияһы сифатын яҡшыртыу һәм етештереүсәнлекте күтәреү, йәмәғәт туҡланыу предприятиеһында транспорт һәм логистика, киң мәғлүмәт саралары идаралығының нәтижәле структураһы һәм стратегик планы буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары билдәләнгән.

PUM Европала иң эре «найм буйынса бюро» булып тора, ул 30 йылдан ашыу донъяның 70 илендәге урта һәм бәләкәй предприятиелар өсөн ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән проекттарға тәжрибәле эксперттар эҙләү менән шөғөлләнә. PUM-дың эше өсөн предприятиеның заявкаһы нигеҙ булып тора. PUM-дың урындағы вәкиле ҡатнашлығында предприятие консультацион ярҙам алыуға ғариза бирә. Заявканы ҡабул иткәс, Гаагалағы офис (Нидерландтар) практик тәжрибәһе һәм тәғәйен белеме булған экспертты эҙләй. Проектҡа әҙерләнгәндән һуң эксперт проект өҫтөндә берлектә эшләү өсөн билдәләнгән урынға юллана.

PUM эшмәкәрлеген Нидерландтар хөкүмәте һәм VNO-NCW эш биреүселәр ойошмаһы финанслай.

Господин Хенк Тенбринке әфәнде Волга буйы төбәгендәге PUM етәксеһе. Тенбринке әфәндене Башҡортостандағы PUM вәкиле Гөлнара Лютова оҙатып йөрөй.

темалар: эшҡыуарлыҡ