6 декабрь, Шишәмбе

11 май 2010 йыл, 11:09

Мәскәүҙә «Связь-Экспокомм» күргәҙмәһендә Башҡортостан «Электрон хөкүмәт» стенды презентацияһын үткәрәсәк

автор: Любовь Колоколова

Мәскәүҙә бөгөн XXII «Связь-Экспокомм» телекоммуникацион ҡорамалдар, идара итеү системаһы, мәғлүмәт технологиялары һәм элемтә хеҙмәте халыҡ-ара күргәҙмәһе асыла, уның сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы «Электрон хөкүмәт» стенды презентацияһын үткәрәсәк.

«Связь-Экспокомм» халыҡ-ара күргәҙмәһе 30 йыл рәттән Рәсәй Федерацияһында, яҡын сит илдәрҙә һәм Көнсығыш Европала иң эре һәм абруйлы тармаҡ форумы иҫәпләнә. Ул үҙебеҙҙең һәм сит ил технологияларын уңышлы тәҡдим итеүгә, профессионалдар араһында мәғлүмәт менән алмашыуға мөмкинлек бирә. Яңы ҡатнашыусыларҙы үҙенең составына алғанда, форум уларҙы баҙарҙың төп уйынсылары рәтенә лә индерә.  

Ойоштороусыларҙың хәбәр итеүенсә, күргәҙмәлә донъяның 22 иленән 445 компания тәҡдим ителгән. Күргәҙмә майҙаны 24200 квадрат метр. Уны 27 мең кеше ҡараясаҡ, тип көтөлә.  

"Связь-Экспокомм-2010" күргәҙмәһендә корпоратив клиенттар, предприятиелар, бәләкәй һәм урта бизнес өсөн элемтә системалары һәм ҡорамалдар, телерадиотапшырыуҙар техникаһы, телевизион системалар, видеоконференциялар, ситтән тороп видеоконтролдә тотоу һәм объекттар мониторингы ҡорамалдары урынлаштырылған. Күргәҙмәлә IP-телефония, Ер юлдашы, радиорелелы һәм оптик элемтә, сүс- оптик элемтә линиялары, медицина электроникаһы системалары һәм саралары һәм башҡалар күрһәтелә.  

Күргәҙмә «Экспоцентр» үҙәк күргәҙмә комплексында ойошторолған һәм 14 майға тиклем дауам итәсәк.