9 декабрь, Йома

11 май 2010 йыл, 10:37

Өфөлә «Берҙәм Рәсәй.Башҡортостан» гәзите приздарына көрәш буйынса турнир үтте

автор: Марина Шумилова

«Берҙәм Рәсәй.Башҡортостан» партия гәзите Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған көрәш буйынса төбәк-ара турнир үткәрҙе. Унда Башҡортостандан, Силәбе өлкәһенән, Пермь крайынан һәм Татарстандан 300-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты.

Ярыштарҙы асыу тантанаһында Төбәк «Берҙәм Рәсәй» партияһы башҡарма комитеты етәксеһенең беренсе урынбаҫары,  «Берҙәм Рәсәй. Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Ринат Миһрановтың билдәләүенсә, турнир – Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына ихтирам белдереү генә түгел, ҡатнашыусыларҙың үҙҙәрен дә ныҡлыҡҡа, сыҙамлыҡҡа тикшереү ул.

Егет һәм ҡыҙҙар төрлө йәш һәм ауырлыҡ категорияларында бил һынашты. Ә көрәшеү сифатын ярыштарҙың төп судьяһы, билбау көрәшендә донъяның абсолют чемпионы Ләйсән Балгажина күҙәтте. Турнир сиктәрендә  билбау көрәшендә Рәсәйҙең беренсе абсолют чемпионы, СССР һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған физик тәрбиә хеҙмәткәре Харис Йосопов призы уйнатылды. Һөҙөмтәлә икенсе тапҡыр төп трофей Өфөнөң Дим районы йыйылма командаһына эләкте.  

темалар: партиялар