5 декабрь, Дүшәмбе

11 май 2010 йыл, 10:20

Стәрлетамаҡ студенттары Төркиәлә төркмән фестивалендә ҡатнашты

автор: Әхәт Сәлихов

Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы студенттары Төркиәнең Балыкесир ҡалаһында төркмән күскенселәре халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашты.

Билдәле булыуынса, хәҙерге төркиә милләтенең формалашыуында төркмән күсмә ҡәбиләләре ҙур роль уйнаған. Анатолия төпкөлөндә әле лә малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе төрөк төркмәндәре йәшәй. Мәғлүм булыуынса, башҡорттар составында ла төркмән ырыуҙары бар.  

Фестиваль ваҡытында студенттар һәр төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашты, сит илдән килгән ҡатнашыусылар менән танышты. Ә Тимур Усманов башҡорт йырын башҡарҙы.