7 декабрь, Шаршамбы

11 май 2010 йыл, 10:06

Рәсәйҙә Еңеү көнөн байрам итеүҙә 17 миллиондан ашыу кеше ҡатнашты

автор: "Башинформ"

Рәсәй төбәктәрендә Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған күмәк сараларҙа 17 миллиондан ашыу кеше ҡатнашты, мажаралы хәлдәр күҙәтелмәне, тип хәбәр итте Рәсәй мәғлүмәт агентлығы  матбуғат үҙәге вәкиле.

Байрам сараларында 300 меңдән ашыу һуғыш ветераны ҡатнашты. Рәсәй төбәктәрендә бөтәһе 16 мең күмәк сара үтте.

Эске эштәр министрлығы матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бер ниндәй ҙә тупаҫ йәмәғәт тәртибен боҙоуҙарға юл ҡуйылманы. Бөтә саралар байрамса атмосферала үтте. Рәсәй төбәктәрендә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеүгә бөтәһе 267 мең милиционер, РФ Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәренең 12 мең хәрби хеҙмәткәре, Эске эштәр министрлығы системаһы юғары уҡыу йорттарының 11 мең тыңлаусы-курсанты, 15 мең халыҡ дружинниктары һәм 7 мең казактар йәлеп ителде.

темалар: Еңеү көнө