Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

28 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Дмитрий Медведев: Еңеү беҙҙе теләктәшлеккә өйрәтте

Сәйәсәт

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү беҙҙе теләктәшлеккә өйрәтте, яуызлыҡты бергәләп көрәшеп кенә еңергә мөмкин булыуын күрһәтте. 9 майҙа Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев бөтә күп милләтле халҡыбыҙҙы Еңеүҙең 65 йыллығы менән ҡотлап, ошондай белдереү яһаны.

— Донъяла тыныслыҡ элеккесә тотороҡло түгел, — тине Президент. — Һуғыш бер ваҡытта ла ҡапыл ғына башланмай – беҙ был хаҡта оноторға тейеш түгелбеҙ. Яуызлыҡ алдында сигенһәң, уны күрмәҫкә тырышһаң, ул көс туплай. Хәҙерге янауҙарға ҡаршы бергәләп көрәшеп кенә ҡаршы торорға мөмкин. Ғәҙеллек һәм изгелек идеалдары бөтә донъяла тантана итһен, ә киләһе быуындар азат һәм бәхетле тормошта йәшәһен өсөн глобаль именлек проблемаларын башҡа халыҡтар һәм дәүләттәр менән татыу йәшәү нигеҙендә генә хәл итә аласаҡбыҙ.

Теги: еңеү көнө
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть