Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Өфөлә байрам сараларын «Еңеү салюты!» гала-концерты дауам итте

Йәмғиәт

Өфөлә, Дәүләт академия рус драма театры алдындағы майҙанда «Еңеү салюты!» гала-концерты бара. Унда үҙешмәкәр ижади коллективтар һәм ҡаланың мәҙәниәт һарайҙары һәм йорттарынан профессиональ артистар ҡатнаша.  

Майҙанда байтаҡ өфөлөләр һәм республика баш ҡалаһының ҡунаҡтары йыйылған, ләкин шулай ҙа байрамдың төп ҡунаҡтары – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары. Һуғыш тураһындағы йырҙар һәм бейеүҙәр бөгөн тап улар өсөн яңғырай.  

Еңеү Көнө хөрмәтенә әҙерләнгән концерт программаһы киң масштаблы һәм бай эстәлекле. Ул киске сәғәт алтыға тиклем дауам итәсәк. Ленин исемендәге майҙанда байрам тантаналары ҡунаҡтарын алда «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы, Химиктар мәҙәниәт һарайы коллективтары һәм артистарының, «Мираҫ» ансамбле солистарының сығыштары көтә.

Тантананың был өлөшө тамамланғандан һуң ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына Башҡортостан сәнғәте оҫталары һәм эстрада йырҙарын башҡарыусылар концерт программаһын тәҡдим итәсәк. Быйыл байрамда ситтән килгән артистар булмаясаҡ. Өфөлөләр алдында Айҙар Ғәлимов, Диана Ишниязова, Вәхит Хызыров, Иҙрис Ғәзиев, Геннадий Родионов, Наил Шәймәрҙәнов, Радик Динәхмәтов, Сәгиҙулла Байегетов, шулай уҡ «Вираж», «Грация» бал бейеүҙәре ансамблдәре, «Звездный час» бейеү театры, «Далан» төркөмө һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ.

Концерт 22.30-ға тиклем дауам итәсәк һәм Еңеү Көнө хөрмәтенә традицион фейерверк менән тамамланасаҡ.

Теги: еңеү көнө
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть