8 декабрь, Кесе йома

09 май 2010 йыл, 14:00

Иглин районында яугир ҡаһарманлығына һәйкәл асылды

автор: Сергей Захаров

Иглин районында тантаналы парадта һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, хакимиәт, ауыл биләмәләре, предприятие һәм ойошма вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.  

Байрам колоннаһы район үҙәгенең үҙәк майҙанынан алып Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға тиклем атлап үтте. Тантаналы йөрөштә ҡатнашыусылар мемориалға сәскәләр һалды. Бынан һуң тантаналы митинг үтте.  

Бөгөн Иглинда яугир батырлығына йәнә бер һәйкәл асылды. Икенсе донъя һуғышы ваҡытындағы артиллерия тубы ҡасабаның үҙәк майҙанында постаментҡа урынлаштырылған.

Елена Иглина исемендәге паркта Дан аллеяһында ҡуйылған Советтар Союзы Геройҙары бюстарына һәм һәләк булған яугирҙар һәйкәленә сәскәләр һалыу ойошторолдо. Һуғыш йылдарында был юғары званиеға алты иглинлы лайыҡ булған — Иван Силантьев, Виктор Безценный, Михаил Шишков, Михаил Анискин, Александр Вакульский, Павел Пономарев.

Әлеге ваҡытта паркта байрам концерты бара, ялан кухняһы һәм ветерандар өсөн байрам ашы ойошторолған.

Кискеһен халыҡ уйындары үткәреләсәк, улар дискотека һәм еңеү салюты менән тамамланасаҡ.

темалар: еңеү көнө