Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Сибайҙа «Еңеү яҙы» театрлаштырылған тамашаһы бара

Йәмғиәт

Сибайҙа бөгөн Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған тантаналы митинг үтте.  Ҡала скверында «Мәңгелек ут» обелискы алдында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, ҡаланың почетлы граждандары, ҡала Советы депутаттары,  хакимиәт, предприятие һәм ойошмалар, ҡаланың уҡыу йорттары вәкилдәре йыйылды.

«Труд» стадионында ошо минуттарҙа профессиональ һәм үҙешмәкәр ижади коллективтар ҡатнашлығында «Еңеү яҙы» театрлаштырылған тамашаһы, «Эх, фронт юлы!» концерты бара, байрам йәрминкәһе ойошторолған. Сибай халҡы “хәрби шарттарҙа” әҙерләнгән ялан кухняһы ризыҡтарынан ауыҙ итә ала.

Һәр төрлө майҙандарҙа армрестлинг, гер спорты, сатраш, өҫтәл теннисы, бокс, грек-рим көрәше, билбауҙа көрәш буйынса турнирҙар, күңелле старттар үткәрелә. Бөгөн ир-егеттәр командалары араһында волейбол буйынса ҡала беренселеге еңеүсеһе һәм футбол буйынса кубок эйәһе асыҡланасаҡ.  

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн әҙерләнгән төп байрам сараларынан һуң «Зәңгәр уттар» ойоштороласаҡ.

Теги: Еңеү көнө
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть