11 декабрь, Йәкшәмбе

09 май 2010 йыл, 13:18

Дмитрий Медведев: Еңеү беҙҙе берҙәмлеккә өйрәтте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү беҙҙе теләктәшлеккә өйрәтте, берҙәм эш иткәндә генә яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшеп булыуын күрһәтте. Шундай белдереү яһаны бөгөн  илебеҙҙең эре ҡалалары майҙандарына, шул иҫәптән Өфөгә лә тура трансляция яһалған беҙҙең күп милләтле халҡыбыҙҙы Еңеүҙең 65 йыллыҡ юбилейы менән ҡотлауы ваҡытында Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев.  

— Тыныслыҡ элеккесә тотороҡло түгел, — тине Президент. — Һәм беҙ хәтерҙә тоторға тейешбеҙ – һуғыштар бер сәғәт эсендә генә башланмай. Әгәр уның алдында сигенһәң, күрмәҫкә тырышһаң, яуызлыҡ көс йыя.  Ғәҙеллек һәм изгелек идеалдары бар донъяла хөкөм итһен, ә киләсәк быуындарҙың тормошо ирекле һәм бәхетле булһын өсөн, бары бергәләшеп кенә хәҙерге заман янауҙарына ҡаршы тора алабыҙ, башҡа халыҡтар һәм дәүләттәр менән матур күршеләр булғанда ғына глобаль хәүефһеҙлек проблемаларын хәл итә аласаҡбыҙ.

темалар: еңеү көнө