Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Еңеү» миҙалы юбилейын билдәләй

Сәйәсәт

«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы бөгөн үҙенең 65 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Еңеү йәштәше – миҙал 1945 йылдың 9 майында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән булдырыла һәм беҙҙең илдә иң ныҡ таралған наградаға әйләнә.

Баш командующий Ставкаһында был миҙалды булдырыу идеяһы, Еңеү яҡынлашыуы һиҙелгәс, 1944 йылдың октябрендә үк тыуа. Әммә награда эскиздары өҫтөндә эш 1945 йылдың майында ғына башлана. Был эштә байтаҡ рәссамдар ҡатнаша. Һөҙөмтәлә рәсамдар Е.Романов һәм И.Андрианов төшөргән эскиздар раҫлана.

Тәүге «еңеү» миҙалдары 1945 йылдың 15 июнендә сығарыла. Уларҙы юғары рангылағы совет хәрби начальниктары, шул иҫәптән маршалдар Константин Рокоссовский һәм Федор Толбухин ала. Һуңынн миҙалдарҙы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан бар совет яугирҙары, шулай уҡ фашист илбаҫарҙары менән партизан отрядтары составында һуғышҡан граждандар ала. Һуғыш тамамланғас та миҙал менән 13,5 миллион һалдат һәм офицер наградланған. Һуңынан был миҙалды йәнә ике миллион самаһы кеше алған.  

Теги: еңеү көнө
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть