4 декабрь, Йәкшәмбе

09 май 2010 йыл, 11:31

Салауатта фронтовиктарҙы тәбрикләйҙәр

автор: Сергей Захаров

Салауатта Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары бөгөн иртән Салауат Юлаев һәйкәле янында йыйылды.  

Яугир-еңеүселәр автобустарҙа ҡала урамдары буйлап үтте, Геройҙар аллеяһында булды, хәрби һәм хеҙмәт даны обелискыһына сәскәләр һалды, башҡа тарихи урындарға барҙы. Ветерандарҙы һәр ерҙә яҡташтары йылы сәләмләне.  

Бөйөк байрам уңайынан һәм фронтовиктарға ихтирам йөҙөнән бар донъяла тыныслыҡты символлаштырыусы ике йөҙ күгәрсенде һауаға осорҙолар.  

Көн дауамында ҡала майҙандарында һәр төрлө конкурстар, концерттар, йәрминкәләр, спорт ярыштары ойоштороласаҡ.

Ветерандарҙы хөрмәтләү Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге стадионда дауам итә. Бында шулай уҡ Бөйөк Еңеүгә арналған ҙур концерт һәм сағыу салют үтәсәк.

темалар: еңеү көнө