7 декабрь, Шаршамбы

09 май 2010 йыл, 11:14

Стәрлетамаҡ халҡын Еңеү салюты көтә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Стәрлетамаҡ халҡы бөгөн Еңеү салютын түҙемһеҙләнеп көтә. Байрам саралары бында иртән үк башланды. Ленин проспектында ҡул эштәре ижады, живопись һәм фотоһүрәттәрҙән күргәҙмә асылды, шулай уҡ шашка турниры старт алды.  Ҡаланың ижади коллективтары Ленин проспекты буйлап, «Ашҡаҙар» ҡунаҡханаһынан алып «Мәңгелек ут» мемориаль комплексына тиклем, театрлаштырылған тамаша менән үтте.

Бынан тыш, ҡала халҡын бөгөн тағы бик күп байрам саралары көтә: Еңеү Кубогына спорт ориентирлауы буйынса республика ярыштары, Совет биҫтәһендә «Салют, Еңеү!» ихата байрамы,  «Стерлитамакский рабочий» гәзите бүләктәренә традицион 59-сы еңел атлетика эстафетаһы, Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда үҙешмәкәр коллективтар концерты, Г.К.Жуков исемендәге скверҙа сәскәләр һалыу тантанаһы, яугир-интернационалистар стелаһы янында ҡаланың хор коллективтары концерты, «М-Радио» радиостанцияһының йәштәр өсөн киске күңел асыу программаһы, ҡаланың башҡа майҙандарындағы саралар.  

«Пионер» кинотеатрында байрам уңайынан теләге булғандарҙың барыһына ла «Летят журавли» кинофильмы бушлай күрһәтеләсәк, ул 16 сәғәттә башлана.  Байрам Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда төнгө 11-ҙә вәғәҙә ителгән салют менән  тамамланасаҡ.

темалар: еңеү көнө