9 декабрь, Йома

09 май 2010 йыл, 10:00

Күмертауҙа ветерандарҙы хөрмәтләйҙәр

автор: Марина Шумилова

Күмертауҙа Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын билдәләүгә бай байрам программаһы әҙерләнгән. Ҡалала бөгөн 156 Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ғәмәлдәге армия составына инмәгән хәрби частарҙа хеҙмәт иткән 21 кеше, Икенсе бөтә донъя һуғышы осоронда фашистар һәм уларҙың союздаштары ойошторған концлагерь, гетто һәм башҡа ирекһеҙләп тотоу урындарының дүрт бәлиғ булмаған  тотҡоно, ике блокадалы Ленинградта йәшәүсе, һәләк булған (вафат булған) һуғышта ҡатнашыусылар һәм инвалидтарҙың 498 ғаилә ағзаһы, 1932 тыл хеҙмәтсәне йәшәй.

Бөгөн, 9 майҙа, байрам ветерандарҙың Хәрби һәм хеҙмәт даны монументына тантаналы маршы менән башлана, бында Мәңгелек утҡа сәскәләр һалынасаҡ һәм байрам митингыһы ойоштороласаҡ, уларҙа ветерандар, ҡала власы һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, йәштәр ҡатнашасаҡ.  Һуңынан "Еңеү Парады" смотр-конкурсы үтәсәк: тантаналы марш менән ветерандар алдынан урта махсус белем биреү учреждениелары уҡыусылары, һөнәри лицей командалары үтәсәк. Ветерандар өсөн ялан кухняһы эшләйәсәк.

Советтар майҙанында һәм Ю.Гагарин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында "Тыныслыҡ күгәрсене" күләмле акцияһы үткәрелә — теләге булғандарҙың барыһы ла, балаларҙан ололарға тиклем, үҙ ҡулдары менән "тыныслыҡ символы" – оригами техникаһында ҡағыҙҙан күгәрсендәр эшләйәсәк, һәм аҙаҡтан уларҙы һауа шарҙарына бәйләп, команда буйынса, бер үк ваҡытта, һауаға осорасаҡ. Бынан һуң Советтар майҙанында "Еңеү марафоны" ҡала велоуҙышы башлана, ул Күмертауҙың үҙәк урамдарынан үтәсәк. Велосипедтары булған ҡала халҡы унда ҡатнашыуға саҡырыла.

Көн дауамында ҡалала «Василий Теркин менән тыныслыҡ һәм һуғыш тураһында», «Тынлы оркестр саҡыра», «Йәш гвардия Еңеү йырҙарын башҡара», «Бөйөк Еңеүгә арнала» концерт программалары үтәсәк. "Таусы" кинотеатры ветерандарҙы «День Победы» һәм «Мы из будущего» нәфис фильмдарын бушлай ҡарарға саҡыра, ә тарих-крайҙы өйрәнеү музейы асыҡ ишектәр көнө иғлан иткән. Бөгөн ҡалала йәнә еңел атлетика эстафетаһы, ә сатраш клубында сатраш буйынса блиц-турнир ойошторола.  Көн байрам салюты менән тамамланасаҡ.

темалар: еңеү көнө