Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Бәләбәйҙә Еңеү Көнө айҡанлы байрам саралары башланды

Сәйәсәт

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы айҡанлы Бәләбәйҙә тантаналар башланды. Ошо минуттарҙа бында Яугир-еңеүсе һәйкәленә сәскәләр һалыу үткәрелә. Сәғәт 11-ҙә «Еңеү һалдаттарына» театрлаштырылған прологынан һуң  бында Хәтер Митингыһы асыласаҡ, артабан ҡала халҡын бай байрам программаһы — «Еңеү яҙы» театрлаштырылған концерты, «Ветеран» клубы һәм халыҡ ижады фестивале ҡатнашыусыларының концерты, шулай уҡ «Аксаков – Бәләбәй» традицион еңел атлетика йүгереүенең финишы көтә. Ә киске сәғәт етелә йәштәр өсөн «Еңеү йәш булып ҡала» махсус концерт программаһы башлана.

Бәләбәй крайҙы өйрәнеү музейы байрам уңайынан махсус бүләк әҙерләгән. 12 — 18 сәғәттәрҙә теләге булған һәр кем унда бушлай инә ала. Ә «Тыныслыҡ» кинотеатрында «Звезда» нәфис фильмы бушлай күрһәтеләсәк.

Теги: Еңеү көнө
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть