Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Һуғыш ветерандары һәм уларға тиңләштерелгән кешеләр торлаҡ менән тәьмин ителәсәк

Сәйәсәт

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм уларға тиңләштерелгән граждандар милке булған-булмаған хәлдә лә торлаҡ менән тәьмин ителергә тейеш.

Был асыҡлау 2010 йылдың 6 майындағы 79-сы һанлы "Ветерандар тураһындағы" Федераль закондың статьяларына индерелгән. Ҡабул ителгән төҙәтмәләр 1941 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклемге арала, алты айҙан да кәм түгел, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтарға, ғәмәлдә булған армия составына инмәгән хәрби частарҙа, учреждениеларҙа, хәрби белем биреү учреждениеларында хәрби хеҙмәттә булған хеҙмәткәрҙәргә, ошо осорҙа хеҙмәте өсөн СССР ордендары йәки миҙалдары менән бүләкләнгәндәргә, “Блокадалы Ленинградта йәшәүсе” билдәһе менән наградланғандарға, һәләк булған һәм вафат булған Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары һәм инвалидтарының ғаилә ағзаларына социаль ярҙамды билдәләй.  

Федераль закон рәсми рәүештә баҫылып сыҡҡан көнөнән көсөнә инә, уның положениелары 2010 йылдың 1 ғинуарынан башлап барлыҡҡа килгән хоҡуҡи мөнәсәбәттәргә ҡағыла.

http://www.consultant.ru/online/base/?req=doc;base=LAW;n=100137

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть