3 декабрь, Шәмбе

08 май 2010 йыл, 13:00

Өфөлә Еңеү паркында сәскәләр һалыу һәм Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары – ике генералдың бюсын асыу тантанаһы үтте

автор: Николай Ермоленко | фото: Олег Яровиков

Бөгөн Өфөлә, Еңеү паркында, 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Советтар Союзының фашистик Германияны Еңеүенең 65 йыллыҡ юбилейына арналған Мәңгелек утҡа — веноктар, Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәленә, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев ҡәберенә сәскәләр һалыу тантанаһы үтте. Тантанала Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм башҡа вазифалы кешеләр ҡатнашты.

Иртәндән алып һуғыш йылдары йырҙары һәм марштар яңғыраған байрамса биҙәлгән парк аллеяһында тантанаға бер сәғәт алдан меңләгән өфөлө йыйылды. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы М.Ғ.Гәрәев исемендәге башланғыс осош әҙерлеге булған Өфө дөйөм белем биреү мәктәбе-интернаты кадеттары үҙәк аллея буйлап теҙелде, Мәңгелек ут һәм А.Матросов һәм М.Ғөбәйҙуллин һәйкәле янында, шулай уҡ М.Ғ.Гәрәев ҡәбере эргәһендә почетлы ҡарауыл ҡуйылды. Бөйөк Ватан һуғышы, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары, байраҡ төркөмө һәм Өфө гарнизонының тынлы оркестры, офицерҙар һәм курсанттар тәрән тынлыҡта ҡалды.

Парк алдында Президентты министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, Өфө хакимиәте, депутаттар, ветерандар, йәштәр һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡаршыланы. Почетлы ҡарауыл начальнигы докладынан һуң тынлы оркестр башҡарыуындағы Шумандың “Татлы хыял”ы көйөнә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республиканың күп милләтле халҡы исеменән Мәңгелек утҡа венок һалды. Артабан Мәңгелек утҡа БР Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һәм БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев сәскәләр һалды.

Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары башҡарылғандан һуң метроном тынлыҡ минуты иғлан итте, артабан байраҡ төркөмөнөң, офицерҙар һәм курсанттарҙың тантаналы йөрөшө үтте. Маршты республика Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һәм БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, башҡа рәсми вәкилдәр һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ҡабул итте. Артынса  Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбайҙуллин һәйкәленә министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, Өфө хакимиәте, депутаттар, ветерандар, йәштәр һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре сәскәләр һалды. Ошонан һуң тантанала ҡатнашыусылар ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев ҡәберенә үтте һәм унда ла сәскәләр һалды.

Традицион церемониалды генералдар Миңлеғәле Шайморатов һәм Таһир Күсимов бюстарын асыу дауам итте. Тантанала  хәрби кейемдәге «Мираҫ» фольклор бейеү ансамбле артистары, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы М.Ғ.Гәрәев исемендәге башланғыс осош әҙерлеге булған Өфө дөйөм белем биреү мәктәбе-интернаты кадеттары ҡатнашты.

Бюстар асылғандан һуң уларға хәрби әҙерлек аҙымдары менән һалдаттар килде һәм һәйкәл нигеҙенә Дан гирляндаһын урынлаштырҙы, бынан һуң өс тапҡыр салют бирелде, ә БР Хәрби комиссариатының тынлы оркестры Башҡортостан Республикаһы Гимнын уйнаны.  

Артабан артистар «Шайморатов — генерал» йырын башҡарҙы. Геройҙар хаҡында генерал Шайморатовтың алыҫ туғаны, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ветерандары советы рәйесе Әсхәт Ғәҙелшин, һәм Советтар Союзы Геройы генерал Күсимовтың улы — Салауат Күсимов йылы һүҙҙәр әйтте.

Тантана ахырында рәсми делегация Өфөнөң Орджоникидзе районы көстәре менән әҙерләнгән байрам программаһын ҡараны.

Еңеү паркына визиты аҙағында йола буйынса Мортаза Рәхимов ветерандар, байрамға килгән йәш өфөлөләр менән аралашты.