9 декабрь, Йома

08 май 2010 йыл, 11:25

Педагог-новаторҙар тәжрибәһе иғтибарһыҙ ҡалмай

автор: Юлай Мәғсүмов

«Яңы Евразия» фонды Рәсәйҙең мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре араһында «Белем биреүҙә социаль инновациялар» темаһы буйынса эссе конкурсын үткәрә. Конкурс еңеүселәре «Университет һәм берләшмә» проектының потенциаль эксперттары пулына индереләсәк. Икенсе этапта улар «Белем биреүҙә стратегик менеджмент» халыҡ-ара тренинг программаһында ҡатнашыуға мөмкинлек аласаҡ.

Конкурс ике этапта үткәрелә. Беренсеһендә — 2010 йылдың 1 майынан 15 июнгә тиклем – эштәрҙе йыйыу ойоштороласаҡ. Конкурс тураһында положение  «Яңы Евразия» фондының сайтында урынлаштырылған: http://www.neweurasia.ru.

темалар: конкурстар